Көнләмә һин мине үткәндәрҙән
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Көнләмә һин мине үткәндәрҙән,
Үткән һөйөүенән ҡыҙҙарҙың.
Улар ҙа бит бына һинең кеүек,
Ниндәй ғәйебе бар уларҙың?
Күҙҙәреңде һирпеп бер ҡараһаң,
Күҙҙәренә күҙең оҡшаған.
Наҙлы бер һүҙ әйтһәң, тап уларҙың
Һүҙҙәренә һүҙең оҡшаған!..
Сәскәләрҙең бөтә төрҙәренән
Һин йыйғанһың икән гөлләмә,
Бының өсөн һин һуң ғәйеплеме?!.
Үҙ-үҙеңдән мине көнләмә!..