Бәлки, минең һуңғы һөйөүҙер был
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бәлки, минең һуңғы һөйөүҙер был,
Һуңғы балҡыуылыр күҙемдең?
Ғәйепләмә минең сәйерлекте,
Яҙға әйләнеүен көҙөмдөң.
Шундай сағыу был көҙ, әкиәт-көҙ,
Әйтерһең, ул сабый һүрәте!..
Яна, яна мең-мең буяу менән,
Алтын ялҡындарын көйрәтеп.
Тиҙҙән, тиҙҙән уттай йәшеллектең
Тороп ҡалыр бары ҡау-ҡыуы.
Ләкин ниндәй мәғрур, тантаналы
Әкиәттең ошо балҡыуы!..