ҠЫРСЫН ТАЛ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Тик икебеҙ тороп ҡалдыҡ,
Тик икебеҙ: уй ҙа мин.
Сикһеҙ уйҙарға һалдың да
Ҡайҙа киттең, ҡайҙа һин?
Баҫмаҫмы тип күңелемде,
Сығам һыу аръяғына.
Үткәндәрҙе иҫкә алып,
Шаулай ҡырсын тал ғына.
Һорайым мин ҡырсын талдан:
— Килмәнеме ул бында?
Тик ҡырсын тал башын сайҡай,
Ел бейей япрағында...
Ҡошсоғо юҡ, ул да бойоҡ, –
Был хәлдән, ти, ҡурсып ал!..
Мөхәббәтем, ахыры, ошо
Ташта үҫкән ҡырсын тал?..