Күңелемдә күпме йондоҙҙар бар
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Күңелемдә күпме йондоҙҙар бар –
Күренмәйсә ята күмелеп.
Уларҙың бит бөртөк осҡонон да
Тотонмаған әле күңелем.
Былар барыһы һинең өсөн генә,
Һинең өсөн генә һаҡланған.
Эйә булыр бер көн уларға тик
Сабый йондоҙҙарға һоҡланған.
Йылдар буйы йыйып был йыһанды,
Үҙ-үҙемдән йәшереп йәшәнем.
Ал һин уны үҙеңдеке итеп,
Күкрәсе һин, мин бит йәшнәнем!..