ПИЛОТТАР МАРШЫ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Эх, осабыҙ! Ҡоштар арып, артта ҡала,
Аҫта ҡала бөҙрә болоттар.
Шаян ҡыҙҙар һоҡланышып оҙаталар,
Һоҡланырлыҡ беҙҙең пилоттар.
Осабыҙ, осабыҙ,
юл ярып,
юл ярып,
юл ярып.
Алыҫҡа,
шәберәк,
юғары,
юғары,
юғары.
Эх, осабыҙ! Йөрәктәрҙә яна уттар,
Үлем илтер беҙҙең осоштар.
Гастеллолай, тыуған илдең
бөркөтөбөҙ,
Еңелеүһеҙ беҙҙең пилоттар.
Эх, осабыҙ! Йөрәктәрҙә яна уттар,
Һүнеү белмәй балҡыр был уттар.
Айға тиҙерәк әҙерләнһен маршруттар.
Күптән әҙер беҙҙең пилоттар.