ТОРМОШ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Тормош беҙҙе артыҡ шаяртманы:
Балалыҡты, урлап, һындырҙы...
Ҡайһы саҡта күҙҙән ут сығарып,
Уңлы-һуллы биткә һыҙырҙы.
Булды шундай көндәр –
Теште ҡыҫып:
— Их һин, тормош! – тинек, әсенеп. –
Кем генә һуң уйлап тапҡан һине,
Китмәйһең дә шунда сәнселеп!..
Барыһын да –
Ҡайғы, шатлығын да –
Артыҡ яҡын алдыҡ күңелгә.
Шуғалыр ҙа уҙған йылдар эҙе
Маңлай һыры булып күмелгән.
Юҡ! Һыпырып ҡына ташлап булмай
Йөҙөңдәге тәрән һырҙарҙы, –
Бик йыш ҡына улар баҫып ҡала
Күҙеңдәге йәп-йәш нурҙарҙы...
Ә шулай ҙа
Шәп нәмә һин, тормош!
Беҙҙең ҡул да һине төҙөшкән.
Шундай бөйөк заман бәхете бит
Төшкән бына беҙҙең өлөшкә!
Ҡыйын да һин,
Ҡыҙыҡ та һин, тормош –
Күтәрелеү кеүек ҡаяға...
Ниндәй үкенесле булыр ине,
Тыумай ҡалған булһаҡ донъяға!..