БАЙЛЫҠ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Артыҡ бай булыу ҙа ауыр икән:
Йоҡоң – йоҡо, ашың аш түгел...
Төрлө хистәр, төрлө уйҙар ҡайнай,
Йөрәк – йөрәк, башың баш түгел.
Шулай итеп, һин секретарь хәҙер –
Ауыл йәштәренең башлығы!..
Һинең ҡулда көтөү-көтөү малдар,
Яландарҙың тау-тау ашлығы.
Бына атың. Бүлмә.
Тынғы белмә:
Эшлә йәй-көҙ, эшлә яҙ-ҡышын.
Эҙлә,
Тап һин
Һәм ғәмәлгә ашыр –
Һинең ҡулда кеше яҙмышы!..
Көтөп ятма, ҡарға балаһылай,
Юғарынан әҙер емеңде.
Һин етәксе икән, һин шағир бул,
Һәм һыҙғанып эшлә еңеңде.
Еңел түгел?..
Көтмә еңелде!..