Һабантурғай, һабантурғай!
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Һабантурғай, һабантурғай!
Оса йырын яуҙырып.
Дуҫтарыма – йөрәгем ул,
Дошманыма – йоҙ(о)роҡ.
Йомолоп бер ергә төшһә,
Күренмәй ҙә ул күҙгә.
Тик еренән күккә менә,
Йырын алып ул һеҙгә.
Тик осҡанда һайрай торған
Берҙән-бер ҡош – был ҡошом.
Яҙмышына ошо ҡоштоң
Оҡшаш мәллә булмышым?