ДЕТДОМ, СӘЛӘМ МӘСКӘҮҘӘН!
Ҡалдың, мәктәп.
Иҫкә алам һеҙҙе һағынып.
Юйылмаҫлыҡ көндәр йөрәгемдә
Мәңгелеккә ҡалды яҙылып.
Ағастарҙың һары япраҡтары
Бульварҙарға ята түшәлеп...
Һәм был көҙҙөң һәр бер иртәһендә
Метроға ашығып төшәмен.
Мәскәү!..
Әкиәттәге донъя төҫлө,
Күҙҙәремә минең күренә.
Шул Мәскәүҙә бөгөн мин дә бармын –
Ул студент итте үҙенә.
Даһи менән бер ҡалала йәшәү!..
Ышанманым быға һис тәүҙә.
Бына бөгөн һеҙгә хаттар яҙам:
Детдомыма сәләм Мәскәүҙән!
Детдом!
Ниңәлер һин бигерәк яҡын,
Тәүге һөйөү кеүек күңелгә.
Етемлекте һиндә күрмәнем мин –
Онотмамын һине ғүмергә.
Һаман әле һөйгән ағастарға
Һыуҙар ташып, килә һибәһем.
Һәм һин, Өфөм,
Кескәй Мәскәү булып,
Күҙ алдыма минең киләһең...
Сәләм һеҙгә, яңы тыуған йорттар,
Яңы янған уттар кистәрҙә,
Миңә белем биргән кешеләргә,
Детдомыма сәләм
Ҡалдың, туған детдом...
Мәскәүҙән!