ЙЫР ҺУҠМАҒЫ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Йөрәгеңде ус төбөндә тотоп,
Ҡырлас ҡаяларҙың аҫтынан
Һыбай үтеү – үҙе бер ғүмер бит:
Елеп осҡан ҡошто яҫҡыған
Бөркөт һымаҡ той ҙа һин үҙеңде,
Боҫобораҡ эйәр ҡашына,
Ҡыҫыбыраҡ тотоп теҙгенеңде,
Яҙа баҫмай ҡая ташына, –
Ҡотороноп, шаулап, өйөрөлөп
Сыйҙым киткән йылға өҫтөнән, –
Ҡыл күперҙән сығам тиһәң дә, –
Бер ҙә ҡурҡмаған төҫ менән
Сыҡ та кит һин, әйҙә, тын да алмай!. –
Серен асыр шунда Ҡутҡантау,
Ҡатлау-ҡатлау ташы боронғо бер
Серле китап булып ятҡан тау;
Серен асыр шунда ҡарт ҡарағай:
Ни һуң уны шулай ир иткән,
Ел-дауылға нисек бирешмәйсә,
Тамырҙары ташҡа ереккән?..
Таш та телгә килер – тап әҫтәтен,
Тел шишмәһен асыр ул тағы,
Юҡ, һайлама таҡыр юлдарҙы һин,
Йырға илтер тик үҙ һуҡмағың!..