Бүлмәм
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бүлмәм
ҡояшлы, йылы,
ҡояшлы, йылы –
шиғырым юлы...
Белмәм
мин нурҙан туя,
моң-йырҙан туя –
ғәжәп был донъя!
Тышта,
төрөнөп бәҫкә,
сумып хуш еҫкә,
атҡан ҡыш сәскә.
Ҡышта
мин яҙҙы тоям!..
тик ҡурҡып ҡуям,
шиңер, тип, ошо
әкиәт-донъям...