Иҫ киткес һеҙ, туған моңдар
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Иҫ киткес һеҙ, туған моңдар,
Иҫерткес тә һеҙ, йырҙар!..
Йыр-моң юҡта, ай-йондоҙҙар
Ҡайҙан еткерһен нурҙар?
Ярай әле йырҙар тыуған,
Был донъяға йәм биреп,
Дәртһеҙҙәрҙе дәртләндереп,
Ғәмһеҙҙәргә ғәм биреп.
Бәрхәт моңло, ебәк телле,
Халҡыбыҙ бай йырсыға.
Алдыбыҙға көндәй балҡып,
Инде бер йырсы сыға.
Ҡарағаттай – ҡара күҙҙәр,
Ирендәр – бешкән сейә...
Ҡалған яғын йыры һөйләр,
Йырласы бер, Шәмсиә!..