МИНЕҢ БАБАЙ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
РСФСР-ҙың атҡаҙаньан уҡытыусыһы
X. Фәтҡуллинға
Минең бабай бик күп һыуҙар эскән,
Ап-аҡ ҡарҙар яуған сәсенә.
Күҙҙәре лә инде батҡан эскә...
Ә уларҙан уттар сәселә.
Һаман уҡыта ул.
Нимә бар һуң
Хеҙмәтенән
Уға татлыраҡ?
Эшкә ғашиҡ ҡарт тип
Күкрәгендә
Ике «Ленин» тора ялтырап.
— Арытмаймы, бабай, ҡартайтмаймы? –
Тигәс уға мин бер ваҡытта,
Әйтте миңә:
— Йәшәргәндә заман
Ҡартайырға, улым, ваҡыт тар...