Әллә ҡайҙан шиғыр эҙләйем
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Әллә ҡайҙан шиғыр эҙләйем,
Тирә-яғым шиғыр булғанда.
Һәр бер япраҡ шиғыр түгелме,
Бөрөнән моронлап тыуғанда?
Һәр бер ботағында ағастың
Йүгереп йөрөй йәм-йәш япраҡтар.
Шундай тере, шундай уяуҙар...
Ҡойолорҙар бер көн улар ҙа,
Мәңге түгел улар ғүмере.
Ләкин үҫер фекер ағасы,
Шул япраҡтар менән ул тере.