Ниндәй төн был?!

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ниндәй төн был?!
Ниндәй айлы төн был!!!
Үлгем килә хатта был саҡта.
Үлгем килә...
Тик мәңгегә түгел,
Бер минутҡа – һинең ҡосаҡта!..