Йылдар үткәс, онотолоп бөткәс
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Йылдар үткәс, онотолоп бөткәс,
Һис бер көтөлмәгән шылтырау
Йәшен һуҡҡан һымаҡ тетрәтә лә
Ҡолағыңда сыңлап гел тора...
Алыҫ хыял, өҙгән өмөттәрең
Алҡымыңа килеп тығыла,
Алҡымыңа килеп тығыла ла
Тереләһең үлеп тағы ла...
Күҙҙәренең зәһәр зәңгәрлеге,
Ҡосоп ҡыҫылмаған буй-һыны,
Һурып үбелмәгән ирендәре:
«Мин – һинеке», ти, буйһоноп.
Тик һуң инде,
Тик һуң инде!
Ниңә шулай бәхет
Һуңлап килә икән кешегә?
Йөрәгеңдә инде ут ҡалмағас,
Бараһыңмы һорап күршегә?