Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
— Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
— Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
— Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
— Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
— Булды юлда төрлө кәртәләр...
— Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
— Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
— Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
— Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...