ҠӘЛӘМ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ҡәләм ята... Килмәҫ шағир ҡабат,
Юҡһынһа ла уны өҫтәле.
Тик өҫтәлен һөйөп, ҡарап үтә
Бик күп күҙҙәр – төрлө төҫтәге.

Мин дә үтәм. Ә ҡәләмде күргәс,
Әрнеү киҫте минең йөрәкте.
Күҙ алдына Мәжит Ғафуриҙың
Килеп баҫты ябай һүрәте.

Ҡәләм... Шағир тотҡан ябай ҡәләм,
Алтын кеүек ята һаҡланып.
Тыйһалар ҙа – буламы һуң түҙеп? –
Ҡулдарыма тотоп ҡараным.

Әйтерһең дә, шул саҡ шағир үҙе
Тотоп алды ҡыҫып ҡулымдан,
Шиңмәҫ сәскәләрҙе ҡалдыр, тине,
Шағир булһаң, изге юлыңда...

Ҡәләм... Ятып ҡалған уртаһында
Яҙып бөтөлмәгән китаптың.
Ҡулдарыма алғас ул ҡәләмде,
Мин үҙемдә бөтмәҫ көс таптым.