Бир һин миңә, һылыу, бир күҙеңде
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Бир һин миңә, һылыу, бир күҙеңде,
Ә үҙеңде һаҡла иреңә.
Мин тик эсәм утлы иренеңде,
Ҡомһоҙланып, белмәй иренә.
Бир һин миңә, һылыу, бир йәнеңде,
Ә тәнеңде һаҡла иреңә.
Ҡалһын әйҙә уға ҡабыҡтары,
Ә һутыңды бир тик йәреңә.
Бир һин миңә, һылыу, бир уйыңды,
Ә буйыңды һаҡла иреңә.
Ул гүреңә әле өлгөрөрһөң,
Бәхетһеңдер күңел түренә.