«Юҡ, юҡ!» – тиһәң дә һин йәнең менән
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
«Юҡ, юҡ!» – тиһәң дә һин йәнең менән,
Тәнең менән, хәлһеҙ буйһоноп,
Һыйынаһың үҙең, әйтерһең дә,
Һарылып үҫкән миңә буй-һының.
«Юҡ, юҡ!» – тиһәң дә һин, йәнең менән
Йәнең алдай, тәнең алдамай.
Үҙең булғас, һүҙең нимә миңә?..