ӨЛГӨ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
— Күк көмбәҙе күм-күк быяла,
Ниндәй оҫта уны ҡыя ала!
Ҡыйып, ҡайҙа өлгө ҡуя ала?
Ҡуя алһаң, ҡайҙа алмасың?
Ҡуй йондоҙға әйҙә, юл асып, –
Тик етерме уға ҡоласың?..
Талмаҫ ҡанат ҡуйып илһамға,
Тәҙрә астыҡ инде йыһанға, –
Һанамайбыҙ уны беҙ һанға.
Уҙа алыр икән кем беҙҙе?..
Күрәһеңме күктә аҡ эҙҙе –
Алмас һымаҡ ҡыя көмбәҙҙе?..