Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Мин кешене һөйҙөм кескәй саҡтан,
Мин кешегә сикһеҙ ышандым.
Шуға ла мин йәнем-тәнем менән
Күрә алмайым төрлө мещанды.
Ул ағыулай һулар һауамды ла,
Ул йәберләй минең телемде,
Ул хәшәрәт бысраҡ ҡулы менән
Сәскәләрен өҙә илемдең.
Ҡулдарымдан килһә, мин уларҙы
Аҫып ҡуйыр инем сәсенән.
Тик ҡулымдан килмәй!
Улар күптәр, –
Шуға әрнеп, шуға әсенәм...
Шуға ла мин васыят итеп әйтәм
Кешеләргә, эшсән халҡыма:
Таҙартһындар ерҙе шул дошмандан
Матурлыҡ һәм хаҡлыҡ хаҡына!..