Мине һаман йәш-елкенсәк тарта
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Мине һаман йәш-елкенсәк тарта,
Йылдар сәсемә сал һалғанда.
Ғүмер үтә. Ә үҙемә минең
Ун туғыҙ йәш һымаҡ һаман да.
Тик белмәйем: нишләргә һуң миңә –
Иларғамы әллә көлөргә?
Ун туғыҙҙар теләмәйҙәр мине
Йәштәштәре итеп күрергә.
Әсе хәҡиҡәт тә юҡ уларға,
Үтмәгәндәр әле был юлды.
Болоҡһоған һул яҡ күкрәгемә,
Ут баҫҡандай, һалам уң улды.