Һау-сәләмәт үҙем, һис үпкәм юҡ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Һау-сәләмәт үҙем, һис үпкәм юҡ.
Биргән Хоҙай ләкин бер сирҙе:
Һәр бер кеше миңә оло сер ул,
Мин йәшәйем сисеп шул серҙе.
Мин һағынам һәр саҡ кешеләрҙе,
Кешеләрҙән туя алмайым.
Был ауырыу инде төҙәлмәҫ, тип,
Ҡулды һелтәп ҡуя алмайым.
«Ниҙән шулай, ниңә ауырыу?» тип,
Сәбәптәрен һорай элек сир.
Унан янам мин яуаптар эҙләп,
Шул яныуҙан табам элексир.