Торам хәтәр юл сатында

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Торам хәтәр юл сатында,
Белмәй ҡайҙа китергә.
Сабырлығым етмәй минең,
Ҡалай сабыр итергә?

Ниндәй тупаҫ яңғыҙлыҡ был,
Юҡ йыуаныр йондоҙом.
Мин арыным инде, буғай,
Арыным бик яңғыҙым.

Көт, сабыр ит, тиҙәр миңә,
Ваҡыт, тиҙәр, һүҙ әйтер.
Ләкин күңел ул үткәнде
Нисек тыныс күҙәтер?..