Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай һин, Ҡыҙыл ҡыҙы
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ҡыҙыҡ ҡыҙыҡай һин, Ҡыҙыл ҡыҙы.
Түгел тал да, түгел ҡайын да.
Һин, моғайын, нәҡ Ҡыҙылдың үҙе,
Эйе, үҙе – ташҡын айында!..
Күҙҙәрендә һинең барыһы ла бар:
Яҙ наҙы ла, ҡара упҡын да,
Тыйылғыһыҙ дәрт тә, ҡайғы ла бар,
Шом да, моң да, сая тулҡын да...
Кәкүк һағышы ла бар уларҙа,
Бар уларҙа нәфрәт йәшене,
Бар дәһшәтле тәүәккәллек,
Сабыйлыҡ та илай, йәшенеп...
Ҡуй, илама, ҡыҙый, һин ҡурҡҡан,
Һин ҡырҡҡан Ҡырҡты тауың бар.
Таш ҡулдарың мамыҡ тулҡын итеп,
Үткәнеңде йыуыр таңың бар...