Йоммайса йәшел күҙҙәрен

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Йоммайса йәшел күҙҙәрен,
Серем итә һил урман.
Баш осонда – ай-мендәре,
Ҡош юлы уға – юрған.

Баҙлауыҡ баҙлай үләндә,
Һәр аҙым баҫҡан һайын.
Иҙергә ҡурҡып еләген,
Ойоп тора аҡ ҡайын.

Өкө лә ҡуя ухылдап,
Юраған һымаҡ юҡты.
Ай ауып төшкәс шыршынан,
Нығыраҡ ҡыҫам мылтыҡты.