Тал, ҡамыштар, күкһел нурға сумып

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Тал, ҡамыштар, күкһел нурға сумып,
Ойоп ҡалған Димдең ярында.
Ҡарт тирәктәр, гүйә, бер төш күрә
Ғашиҡтарҙың бәхете турында.

Ә беҙгә бит өн был,
Ғәжәп төн был:
Беҙ кәмәлә икәү яй ғына
Үрләгәндә
Саф һыу көҙгөһөндә
Йөҙә алдан тыныс ай ғына.

Тик тамсылар көмөш ишкәктәрҙән
Субырлатып һыуға ҡойола.
Ниндәй еңел беҙгә –
Ишеү бергә! –
Ағын һыу ҙа талғын тойола...

Тормошта ла шулай ғүмер буйы,
Уртаҡлашып бөтә нәмәне,
Упҡындарҙан,
Хәтәр урындарҙан
Алып сыҡһаҡ ине кәмәне!..