Япраҡтар ҙа шаулай әҙәм һымаҡ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Япраҡтар ҙа шаулай әҙәм һымаҡ:
Ҡайындыҡы – ҡайын телендә,
Имәндеке – имән теле менән,
Уҫаҡтыҡы – уҫаҡ телендә.
Яҡтылыҡты, ҡояш яҡтылығын
Яулай улар күктең йөҙөнән.
Тамырҙарға, олон
ҡаҡшамаһын өсөн,
Яҡты бүлә улар үҙенән.
Шулай үҫә заман елдәрендә
Мәңге йәшел тормош ағасы...