ДИҢГЕҘ ҺҮҘҘӘРЕ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Тел осона килгән тәүге һүҙҙе
Тыйып ҡалам, яҙмай ҡағыҙға –
Күбек кеүек еңел була улар, –
Уларҙы тик тулҡын ҡабыҙған.
Нисек кенә матур күренмәһен,
Һыҙ уларҙы, яҙһаң, йәлләмә!
Күрмәйһеңме, бик йыш тормошта ла
Йәлләмәҫлек була йәл нәмә?
Бөрсөк алтын өсөн оҫталар ҙа
Ғазапланып тау-таш вата бит;
Һин эҙләгән аҫыл ынйылар ҙа
Диңгеҙ төптәрендә ята бит...