СЫҢРАУ ТОРНА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
(Үҙ көйөнә) Фирҙәүескә

Сыңрай-сыңрай осоп килде
Сыңрау торнаҡай.
Уралыңдан сәләм, тине
Сыңрау торнаҡай.

Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Иҫән-һау, ти,
Уралтау, ти
Сыңрау торнаҡай.

Юҡ хафа, ти, юҡ афәт, ти
Сыңрау торнаҡай.
Илдә ир-ат – Салауат, ти
Сыңрау торнаҡай.

Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Ил көйләр, ти,
Тел һөйләр, ти,
Уйнай ҡурайҡай.

Ҡыуанысым, йыуанысым
Булды Уралдай.
Йыр ҡанатлы, нур ҡанатлы
Сыңрау торнамдай, –

Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Быуаттарҙан быуаттарға
Осоп барғандай!..