СТУДЕНТТАР ТУЙЫНДА
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Артыҡ һый ҙа, байлыҡ та юҡ
Студенттар ҡорған табында.
Ләкин донъялағы иң күңелле,
Иң бәхетле туй ул тап бында!..
Әсе, тиһәләр ҙә әсе түгел, ахыры,
Студент кейәү менән кәләшкә.
Бер-береһе өсөн тыуған кеүек,
Бигерәк инде был пар килешкән!
Күк күкрәтеп, тәүге май кисендә
Яңғыраны салют тауышы...
Мин баш ҡоҙа булып баш һүҙ тотам:
— Ике ғүмер әйҙә ҡауышһын!..
Аҡ ҡайындар япраҡ ярған саҡҡа
Тура килде ғүмер яҙығыҙ.
Ҡайҙа булһағыҙ ҙа күңелегеҙҙә
Мәскәү яҙын һаҡлап ҡалығыҙ.
Ил ҡыуанһын һеҙҙең эшегеҙгә,
Ауырлыҡтар ғәҙел бүленһен.
Ғүмер буйы күркәм мөхәббәттең
Шиңдермәгеҙ нурлы гөлөн һеҙ!