ТИРМӘНСЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Мостай Кәримгә

Өйләнгәндәй мең-мең тирмән ташы,
Диңгеҙ геүләй, диңгеҙ үкерә.
Тулҡынланмай, ахыры, йәшәй алмай,
Елде һөйә, елде үҙ күрә.

Тирләп-бешеп, аҡ күбеккә төшөп,
Тулҡын саба, тулҡын һикерә.
Тартҡан онон – ваҡ ҡына аҡ ҡомон
Тыны менән ярға һеперә.

Тирмәнсемдең мең тирмәне шулай
Мәңге геүләй, мәңге үкерә.
Сабырлыға – алтын гәрәбәләр,
Сабырһыҙға сүп-сар килтерә.