ШӘҮЛӘ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шәүләһенән кеше айырыламы?
Айырылмайҙыр гүргә кергәнсе.
Ниңә әҙерләй һуң ул әҙәмде,
Ғүмер буйы ниңә эйәрсен?
Ғүмер иртәһендә шәүлә оҙон,
Кеше тәжрибәһеҙ булғанға.
Ғүмер кисендә ул тағы оҙон,
Тәжрибәләр менән тулғанға.
Тик төшлөктә генә шәүләң менән
Ҡалаһыңдыр бер аҙ типә-тиң.
Шунда ғына һин иркеңә хужа.
Шәүләң түләй шул саҡ тингә – тин...