Уттың ялы-ҡойроғо юҡ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Һыуҙың да юҡ таяуы.
Шул ут менән һыу һымаҡ мин –
Юҡ шәфҡәтем, аяуым.

Ышанысһыҙ минең һөйөү,
Минең һөйөү ҡурҡыныс.
Янам, ағам – уттай, һыуҙай,
Бул һин ситтә, бул тыныс...

Бер осҡоном ҡалһа һиндә,
Мин киткәс тә янырһың,
Мин киткәс тә, бер тамсымдан
Даръя булып ағырһың...