АЛҒЫ ҺЫҘЫҠ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

— Һаман әле китмәнеңме? – тиҙәр.
— Юҡ әле, тим, һаман китмәнем.
— Ниңә, әллә кире уйланыңмы?
— Юҡ, тим, әле эшем бөтмәне.

Әллә нисек сәйер был һорауҙар,
Әллә ҡалай ауыр күңелгә.
Әйтерһең, мин ҡорал ташлап китәм,
Әйтерһең, мин – яуҙа еңелгән!..

Бер уйлаһаң, ғәжәп был кешеләр:
Төпсөнәләр, һорау бирәләр,
Серһеҙ нәмәләрҙән сер эҙләйҙәр,
Бер төймәне дөйә күрәләр...
Ә бит бер ҡайҙа ла китмәйем мин,
Мин тик ҡайтам,
ҡайтам ауылға –
Тыуған тауҙарыма, ҡырҙарыма,
Ел-ямғырға, буран-дауылға, –
Мине кеше иткән кешеләргә,
Улар менән бергә эшләргә,
Бергә ҡыуанырға, ҡайғырырға,
Бер һүҙ менән әйтһәң – йәшәргә.
— Ниңә, әллә бында... тормош юҡмы? –
Тип бәйләнер, бәлки, берәйһе...
Бар, әлбиттә!
Тик йыр өсөн уны
Төҙәтеү ҙә кәрәк, күрәһең.

Юҡ, кәрәкмәй шаулы ғаризалар,
Намыҫымды һорай партия.
Үҙ йөрәгем,
Үҙ теләгем миңә:
— Ҡайҙа ауыр, шунда бар, – тиә.
Тормош – ҡайҙа ла бар,
ҡайҙа ла бар,
Ҡайнап тора тормош ҡалала.
Ләкин
миңә ҡыҙыҡ –
алғы һыҙыҡ,
ә ул һыҙыҡ
бөгөн далала...