МАШИНИСТКА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Шағирҙар бик сәйер: үпкәләмә,
Бер байталға һине тиңләһәм,
Шиғырымды минең баҫҡан саҡта
Шул байталға үҙең тиң дәһә!

Бармаҡтарың, тилбер бармаҡтарың
Хәреф-төймәләргә баҫҡанда,
Һин бит, сәс-ялыңды сайҡай-сайҡай,
Хыял бәйгеһендә сапҡандай.

Осҡон сәсрәп ҡала һин елгәндә,
Осҡон түгел, йондоҙ, күрәһең.
Тояҡ аҫтындағы саҡматаш ул,
Беләһеңме, минең йөрәгем...

Упҡындарҙан аша осор инем
Мин яҙҙарға, ташлап көҙ көнөн,
Тик шуныһы йәл: байталҡайҙың
Минең ҡулда түгел теҙгене!..