ЙӨҘӨК ҠАШЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Баймаҡтың йыллығына «Башҡорт ҡалалары» циклынан

Тулҡын-тулҡын булып йәйрәп ятҡан
Күк тауҙарҙың күрке таш икән,
Ирәндеккәй алтын йөҙөк булһа,
Шул йөҙөккә Баймаҡ ҡаш икән.

Ымһынмаған икән был йөҙөккә
Кемдең генә кәкре бармағы.
Ете диңгеҙ аша – байымаҡҡа –
Инглиз дә һалған ҡармағын...

Килмешәктәр булған төрлө-төрлө,
Талаусылар булған бер көтөү.
Тик Ирәндек –
Мәңге өйрәндек бит –
Яуға сөйҙө сая бөркөтөн.

Бөгөн инде бына һәр кем әйтер:
«Бәхет серен асып өйрәндек».
Алтын ҡулы менән бәхет сәсеп,
Бәхет урыр мәңге Ирәндек!..