ЗАМАН ҺЫНАУЫ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ни һуң яҡшы, яҡты, матур миндә,
Ни һуң миндә иң-иң ҡәҙерле –
Һиңә бирәм, йырым! Ал, күҙ нурым,
Үҙең ала алған ҡәҙерле...
Ә ҡалғаны? Ялған-таушалғаны
Үҙем менән бергә юғалыр...
Аҡ ҡылғандар шаулар унда йәйен,
Аҡ ҡуяндар ҡышын юл һалыр.
Аҡ ҡайын да, бәлки, килмәҫ унда,
Көлмәҫ унда, бәлки, гөлдәр ҙә...
Көйөҫ-көйөҫ, беләм, елдәр иҫер,
Тик туҡталып тормаҫ елдәр ҙә.
Ятыр тәнем! Ә, йырым, һин – йәнем
Үтә алһаң ваҡыт һынауын,
Һөйлә кешеләргә кеше хисен,
Йондоҙло бер заман һулауын.
Шул заманым минең – саф иманым
Ир булырға ул бит өйрәтте.
Заманым, тип тамаҡ ярмаһам да,
Заман ярып үтте йөрәкте.
Тик алданма арзан дан-шөһрәткә,
Осҡан саҡта ғүмер юлынан:
Йәшен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе
Ишетелә бары һуңынан!