ЕР ЕЛЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ер елә, ер көлә, ер белә:
Терелә халыҡтар, терелә!
Быуаттар, замандар, осорҙар
Бер үлә, халыҡтар терелә!
Африка – маврҙар йөрәге –
Гүр булған, ер булған – терелә.
Уларҙың сәләмен еткереп,
Ер елә, ер көлә, гүр үлә!
Ҡитғаның боҙҙары гөрөлә,
Ҡитғаның ҡыштары һөрөлә,
Халыҡтар йәшәүгә терелә,
Гүр үлә, ер көлә, ер елә!..
Башҡорттар ҙа үлеп бөтәләр,
Тигән бер шомло һүҙ ҙә үлә.
Үҙ халҡым минең дә терелә,
Ер елә, ер елә, ер елә.
Гөлдәргә гөлдәрем үрелә,
Иҙгәндәр был ерҙән һөрөлә,
Сылбырҙар өҙөлә, өҙөлә,
Ер белә, ер көлә, ер елә.
Пушкиндар терелә уянып,
Пушкиндар яулайҙар донъяны,
Пушкин да терелә гүренән,
Көтә уны башҡорттоң ере лә.
Һәр халыҡ бер табыр Пушкинын!