АРЫШ ИКМӘГЕ

Рәми Ғарипов – Йондоҙло уйҙар. Төҙ. Рауил Бикбаев. – Өфө, 1979. – 240 б.

Йырым — ҡайсаҡ әрем тәме әйткән
Көйөп бешкән арыш икмәге,
Мамыҡтай аҡ,
Йомшаҡ ҡалас һымаҡ,
Юҡ шәрбәтең һинең.
Юҡ мәгең...
Үҙем кеүек көл-күмергә буяп.
Аунатҡан бит ауыл мейесе,
Ниңә һуң мин һине яҙам әле!
Кем өсөн һуң!
Әйтсе, ни өсөн!
Белмәйем дә ҡайсаҡ...
Ләкин яҙам!
Яҙам һине, үҙең яҙылғас,
Ауырлы мин көн-төн һинең менән,
Еңелерәк миңә, һин тыуғас:
Оҙон юлға сыҡҡан берәүгә, тим, —
Булмаһа ла таты һәм мәге, —
Ярап ҡалыр, бәлки, асыҡҡанда,
Көйөп бешкән арыш икмәге.