СӘЛӘМ ҒҮМЕРЕ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәй дәртен Йөрөтәм мин йөрәк Ғ. Сәләм

Зөбәржәттәй йәшел япраҡ ярып,
Бер ал сәскә көндәй балҡыны,
Кешеләргә, ергә һәм ҡояшҡа
Сикһеҙ ине һөйөү ялҡыны.

Зәңгәр күктән яҙғы ҡояш нурын
Көндәр буйы туймай һуланы.
Төндәр буйы таң атҡанға саҡлы
Йөҙөн уның ысыҡ наҙланы...

Ҡапыл шул саҡ – шыуҙы ҡара йылан,
Ыҫылданы, ҡыҫты сәскәне!..
Һуңғы ҡабат сәскә йылмайҙы ла –
Шиңде, һүнде, нурын сәсмәне.

Сәсмәне ул нурын... Тик ул ергә
Орлоҡтарын ҡойоп өлгөрҙө.
Үлемдә көс сикһеҙ ҙур булһа ла –
Быуа алманы ысын ғүмерҙе!

Сәләм, һинең йәп-йәш саф ғүмерең
Шул сәскәләй шиңгән көн ине:
Тәүге йырым итеп уҡығайным
«Ҡыҙыл букет»ыңды мин һинең...

Һин атлаған урамдарҙан үтеп,
Эҙләп килдем һинең ҡәберҙе –
Тик тапманым! Ләкин йөрәгемә
Һин йыр кеүек яҡын, ҡәҙерле.