РӘССАМ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Былай үҙең бик матур ҙа түгел,
Тик ниңәлер һине биҙәнем.
Мин генә тик һине йондоҙ иттем,
Һин генә тик быны һиҙмәнең.

Ә шулай ҙа яратаһым килде –
Һуңғы ҡабат, шашып аҡылдан!
Күк күкрәп, ер тетрәп торҙо
Яралғанда һин был ялҡында.

Матурлығың – минең хыялым ул,
Был хыялый күңелем емеше.
Илаһи бер һүрәт яһап ҡуйғас,
Мин йәшәйем әле, мин – кеше!