УЛЫМ САЛАУАТҠА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Кереш тартам, улым, уҡ атырға,
Мөлдөрәмә күҙең менән баҡ.
Әйткән һүҙҙе – атҡан уҡты, улым,
Ҡолағыңа алҡа итеп таҡ.

Яҙыҡ атмам уҡты, сәпкә тоҫҡап,
Тик ҡолаҡ һал һәр бер һүҙемә.
Атаһынан күргән – уҡ юныр ҙа
Уғы үтер энә күҙенән.

Ябай түгел ҡулымдағы йәйәм –
Ил ирҙәре тотҡан әҙернә.
Кереше лә – илдең күңел ҡылы,
Йә, тыңларға йәнең әҙерме?

Һүҙ тыңларға йәнең әҙер булһа,
Һүҙ әйтергә күңелем тулышҡан.
Атылырға торған уҡ шикелле,
Бөлдөргөһө баҫҡан һулышҡа.

Белдеклегә бер әйтеү ҙә етер,
Белдекһеҙгә мең дә аҙ булыр.
Һүҙ ҡәҙерен белмәҫ ата улы
Үҙ ҡәҙерен белмәҫ таҙ булыр.

Алдан шуны әйтеп ҡуймаҡ булдым,
Китмәҫ борон һүҙгә керешеп.
Кереш тартмайынса уҡ атылмай,
Сәпкә тоҫҡап тарттым керешен...
Тыңла, улым...