ҠУРАЙ
Китте ҡурайсы дуҫ. Ҡыуышымда
Ул ҡалдырып китте ҡурайын.
Сыҡмаҫмы, тип, берәй көйө шунда,
Ҡыу ҡурайға өрөп ҡарайым.
Юҡ, моңланмай ҡурай ят ҡулдарҙа,
Ят ҡулдарҙа моңһоу ҡурай ҙа.
Ҡыуанмай ҙа ҡурай, ҡайғырмай ҙа,
Юҡ, белмәй ул һөйләй-юрай ҙа.
Әле генә ниндәй моңло ине,
Бер бөйөк йән ине баяғы!
Хәҙер үлде, өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды
Йәнле тарих, тылсым таяғы...
Сыңрау торна ҡаҡмай сер ҡанатын,
Убылғандай булды Уралым,
Ҡайтмаҫ ерҙә ҡалды Салауатым,
Ҡаһым түрә һалды ҡоралын.
Күҙҙән яҙҙы Париж, киң урамдар,
Сапмағандай унда башҡорттар,
Һалмағандай яугир уҙамандар
Каруанһарай ише таш йорттар.
Тыумағандай Бейеш, Азаматтар,
Яҙмағандай хаттар Буранбай,
Аҡмағандай Һаҡмар, Ашҡаҙарҙар,
Ятмағандай йәйрәп Таштуғай.
Һөймәгәндәй сая Сәлимәкәй,
Көймәгәндәй яңғыҙ Зөлхизә.
Ҡуңыр буға юлы ҡайҙа икән?
Илсе Ғайса ҡайҙа ил гиҙә?
Ҡытҡылдамай ниңә Ҡара тауыҡ?
Ниңә бешмәй Ҡарға бутҡаһы?
Ҡайҙа Байыҡ,
Бейегәндә айыҡ,
Баҫҡан ерҙә, әйҙә, ут ҡалһын!..
Юҡ, өндәшмәй, ҡурай ҡурайсыһыҙ,
Ҡурайсыһыҙ өнһөҙ был ҡурай.
(Төтөн өрөп, серәкәйҙе генә
Ҡыуып сығарырға ул ярай!..)
Туҡта! Китһәң дә һин ҡыуышымдан,
Тормошомдан китмә, ҡурайсым.
Күңелем бит мең-мең моңдарыңа
Мәңгелек бер ғүмер юрайсы...