БАЛ-БАЛА

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Балдан татлы бала әсәгә,
Гөлдән наҙлы бала әсәгә;
Ауыҙ һыуҡайы ла бал икән, –
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...

Туптай ғына сабый был бала,
Туп ярылһа, унан ни ҡала?
Ярылыр туптың юҡ һис кәрәге, –
Ярылмаһын әсә йөрәге!..