ЙҮРҮҘӘН ҠАҘҘАРЫ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.

Ҡояш байып, инде күҙ бәйләнде,
Киске эңер күмде ауылды,
Күтәрелеп килгән ай янына
Һанһыҙ йондоҙҙар ҙа ҡабынды.

Тау башында, Йүрүҙәнгә ҡарап,
Тулҡын моңон тыңлап ултырам.
Ай нурҙары алтын һуҡмаҡ булып,
Тулҡындарҙа ята ҡалтырап.

Әйтерһең дә, минең бала сағым
Шул һуҡмаҡтан ҡайта йүгереп,
Йә ул унда йәрә һалып йөрөй,
Йә ҡыуҡыулай, атын йөҙҙөрөп.

Йә ул, усаҡ яғып, яр буйында
Әкиәтен тыңлай һалсының,
Йә ул елдәй саба, тайҙар көтөп,
Һелтәй-һелтәй йылан ҡамсыһын.

Йөрәгемә барыһы, барыһы яҡын,
Тәүге һулыш биргән төйәгем,
Илкәйемдең изге ере итеп,
Һөйгән йәрҙәй, һине һөйәмен...

Ҡапыл, ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ ҡаңғылдашып,
Баш осомдан ҡаҙҙар остолар,
Шәүләләре бер ҡат өй(ө)рөлдө лә
Көмөш тулҡындарҙы ҡостолар.

Субыр-субыр килеп, һыуға сумып,
Ҡанаттарын елпеп ҡуялар,
Әллә улар һыуҙы һағынғандар,
Әллә мин килгәнде тоялар?..

Ҡаҙҙар һис тә һыуһыҙ йәшәй алмай,
Хатта төндә килеп ҡағына.
Улар, ахыры, Йүрүҙәнкәй буйын
Мин һағынған кеүек һағына.