Имеш, ҡояшлы бер яҙ иртәһе
Имеш, ҡояшлы бер яҙ иртәһе,
Беҙ таң ҡалып ошо донъяға,
Етәкләшеп алғанбыҙ ҙа шулай
Үрмәләйбеҙ бейек ҡаяға.
Менеү ауыр, ләкин шундай сәмле,
Шундай йәмле бөтә тирә-яҡ.
Аҫта упҡын, хәтәр тәрән упҡын,
Яҙа ғына баҫһаң һин, аяҡ,
Төштөң-киттең, бөттөң!..
Ә беҙ һаман
Тик менәбеҙ икәү юғары.
Менгән һайын юл юғала бара,
Тар һуҡмаҡ та хатта юҡ ары.
Ә беҙ һаман сая ҡомар менән
Үрмәләйбеҙ ҡая башына.
Әйтерһең дә, барыһы хәл ителә,
Менеп баҫһаҡ уның ташына.
Күҙҙең яуын алып таш өҫтөндә
Умырзая сәскә атҡанын
Күрҙем дә мин бүләк итмәк булдым,
Тик аҫтында йылан ятҡанын
Күрмәгәнмен!.. Уң ҡулымда сәскә,
Ә һулынан ҡулың ысҡынды...
Тауҙар менән иңрәп тороп ҡалдың
Күреп минең оҙаҡ осҡанды.
Ташлы сәскә генә баш осомда
Иҫән ҡалған, имеш, көй табып.
Һәм уҡыйһың, имеш, ирең менән
Ҡанға туҙған «Осоу» китабын...