МИЛӘШ-КӘЛӘШ

Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
...Ләкин ҡалһын минең устарымда Төҫ ташламаҫ миләш ялҡыны... Хатыңдан

Баҫымсаҡ көҙ тәрән уйға сумған,
Һағыш менән тулған уйҙары.
Һағыштары, һары ҡарғыш һымаҡ,
Ялмап алған урман буйҙарын.

Хатта имән, ғорур йәнле имән,
Башын эйгән – уйы ауырға.
Ни ҡалған һуң баҡыр йәштәренә
Ал ямғырҙар булып яуырға?

Әллә инде утлы ҡуҙы менән
Яндырамы уны миләше?
Ә бит тоғро аҡ ҡайыны барҙа,
Булмаҫ миләш уның кәләше!

Эй, йәш миләш, утлы күҙ йәш-тәлгәш,
Ниңә шулай көҙләп балҡының?
Ҡалһын, ҡалһын үҙ усында ғына
Тик берәүгә изге ялҡының!..