ҺЫНАУ
Рәми Ғарипов – Сыңрау торна. Шиғырҙар, поэмалар. – Өфө, Китап, 2021. – 356 бит.
Нисә ҡабат инде һынау бирәм,
Тәүге ҡабат һымаҡ һәр һынау:
Нисек кенә белмә, уҡыма һин,
Тик барыбер йөрәк ярһына...
Һөйөнәһең билет алыу менән,
Рәхәт тә һуң һынау һуңынан:
Зачёткаңды тотоп балҡып сығыу,
Ҡотланыуың дуҫтар ҡулынан!..
Әйтерһең дә, шул саҡ һин осаһың
Ҡанат сыҡҡан ҡошсоҡ шикелле,
Баҡсаларың, ҡалам, хуш еҫлерәк,
Ҡыҙҙарыңда сикһеҙ һөйкөмлө...
Яратам мин йөрәкһенеп үткән
Студенттың ҡыҫҡа төндәрен,
Тыңғыһыҙ бер тулы тормош менән
Эшкә сумған һынау көндәрен.
Бар ғүмергә көс-дәрт бирер, Мәскәү,
Һиндә үткән йәшлек йылдарым.
Һин һынаған өсөн, бер эштә лә
Һынатмаҫтар һинең улдарың!